• Школа с.Целинное
Главная » 2017 » Декабрь » 18 » Башҡорт теле көнө
11:09
Башҡорт теле көнө
14 декабрҙә үткәрелгән Башҡорт теле көнө Сиҙәм мәктәбендә күңелле һәм эшлекле барҙы.
11-се кластар тематик стенд эшләнеләр. Башланғыс класс уҡыусылары был көндө башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренә иллюстрациялар төшөрҙө.5-9-сы класс кластар иң грамоталы уҡыусыны билдәләнеләр. Улар –Байғужин Айбулат, Ласынова Нурия, Бағотлина Руфина, Сәмиғуллина Аида, Манишева Миля,Иҫәнгилдина Айзиля. Шулай уҡ уҡыусыларға лингвистик викторина һәм ребустар тәҡдим ителде.Иң әүҙем яуап биреүселәр –6-7-се кластар булды. Быны беҙгә ҡунаҡҡа килгән ауыл китапханасыһы Сәйетова Р.З. менән мәктәп китапханасыһы Байғотлина Ф.А. билдәләне.
14 декабрь бөйөк шағир М.Аҡмулланың да тыуған көнө икәнен уҡыусылар шулай уҡ хәтерҙәрендә ҡалдырғандарҙыр,сөнки уға ла арналған күргәҙмә кабинетта ҡуйылған ине.
Просмотров: 42 | Добавил: fairai | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]